Велосипедҡа – һалым?03.08.2018
Ошо көндәрҙә рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарында, социаль селтәрҙәрҙә “тиҙҙән велосипедтарға һалым индереләсәк” тигән хәбәр таралды.
Эш шунда: Рәсәй Хөкүмәте илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына велосипедтарҙы утилизациялаған өсөн йыйым алыу башланғысын баһаларға тәҡдим иткән. Был ниәт алюминдан етештерелгән тауарҙарға ихтыяжды арттырыуҙы күҙаллай.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың был йәһәттән аңлатмаһы Фейсбукта баҫылды:
– Матбуғат сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә велосипедтарға һалым индерелә икән тигән хәбәр тарала башланы. Аныҡ мәғлүмәт юҡ, әммә уйҙырмалар һәм комментарийҙар күп. Беҙ республика ҡануниәтенә велосипед хужаларына ҡағылышлы транспорт һалымына йә башҡа йыйымдарға үҙгәреш индерергә йыйынмайбыҙ. Бындай башланғыс, ғөмүмән, бер аҙ сәйерерәк тойола. Ошо юл менән йыйылған аҡса ғәмәлдә ҡаҙнаға һиҙелерлек үҙгәреш индерер тип уйламайым; бәлки, ул ошо һалымды йыйыуҙы ойошторған сығымдарҙы ҡапларға ғына етер.