“Өс таған”дың тәүге аҙымы01.08.2018
Республикала Мостай Кәримдең билдәле повесы буйынса “Өс таған” фильмын төшөрөү башлана.
“Әле Стәрлетамаҡтағы Шихан ауылына килдек. Торатау янында кино төшөрә башлайбыҙ. Йылғаға бәйле күренештәрҙе ошонда, Ағиҙелдең иҫке үҙәнендә, төшөрәбеҙ”, – ти фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров.
“Өс таған” тулы метражлы нәфис фильмы Башҡортостан Башлығы булышлығында республиканың Мәҙәниәт министрлығы башланғысы буйынса төшөрөлә. Ул төбәгебеҙҙең 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Фильмды төшөрөүҙә “Йәнле таҫма” кинокомпанияһы һәм “Асҡарфильм” студияһы менән берлектә “Башҡортостан” киностудияһы эшләй.
Төп урын – Ғафури районының Толпар ауылы. Ул күпмелер ваҡытҡа билдәле әҫәрҙәге Бөркөтлө ауылына әүерелә.