Талпан кеүек ҡаҙалған01.08.2018
Ныҡ йәбешкәнде халыҡ, ғәҙәттә, шулай ти. Ә бында һүҙ талпандың үҙе тураһында бара: Мәләүез районы баҫыуҙарында ул иген культураларының 30 процентын юҡҡа сығарған. Ауыл хужалығы белгестәре әйтеүенсә, бындай хәл республикала беренсе тапҡыр.

Шулай ҙа бында урып йыйыу эше тулы көсөнә бара. “Салауат исемендәге колхоз” ауыл хужалығы кооперативында, мәҫәлән, ужым бойҙайын, арпа, һоло һәм башҡа иген культураларын тәүлек әйләнәһенә һуғалар. Һәр гектарҙан 25-30 центнерҙан кәм алмау маҡсаты ҡуйылған. Ә хужалыҡтың иген баҫыуы ҙур ғына – дүрт мең гектарҙан ашыу.
– Талпандан зыян күргән майҙанды тейешле дарыуҙар менән эшкәрттек, зыян артыҡ ҙур булмаҫҡа тейеш, – ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Ринат Сәйфетдинов. – Шулай ҙа уңыш 15 процент самаһына кәмерәк булыр, моғайын. Был афәт күрше райондарға ла күпмелер кимәлдә ҡағылды, улар менән кәңәшләшеп эш итәбеҙ.


Вернуться назад