Сират – ужымға01.08.2018
Республиканың 24 районында бөртөклө ужым культураларын йыйыу башланды.

Төбәк буйынса барлығы 20,2 мең гектар арыш, бойҙай һәм тритикале урылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Быйыл кәмендә 3 миллион тонна уңыш йыйыу күҙаллана.
Иген һуғыу эшенә 21 районда тотонғандар. Барлығы 9,9 мең гектар бөртөклө культура йыйылған. Уртаса уңыш гектарынан 21,4 центнер тәшкил иткән, 21,2 мең тонна иген һуғылған.
Был йәһәттән Стәрлетамаҡ районында иң юғары күрһәткес – 3,7 мең тонна. Шулай уҡ Әлшәй, Көйөргәҙе игенселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтә: уларҙа 2,3-әр мең тонна иген һуғылған.


Вернуться назад