Тәҡдимдәр иҫәпкә алынасаҡ01.08.2018
Өфөлә пенсия системаһы параметрҙары үҙгәрештәренә бәйле “Пенсия маневры: асылын бергә тикшерәйек” тип аталған сара үтте, уны “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторҙо.
Быға тиклем партия вәкилдәре Башҡортостандың район һәм ҡалаларында булып, урындағы халыҡ менән осрашты, фекер-тәҡдимдәрен тыңланы. Уларҙың барыһы ла закон проектын мөхәррирләгәндә иҫәпкә алынасаҡ, Рәсәй Дәүләт Думаһына еткереләсәк.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала 1,2 миллион пенсионер йәшәй, киләһе йыл 43,5 мең кеше хаҡлы ялға сығасаҡ. Статистикаға ҡарағанда, пенсия йәшенә еткәндәрҙең яртыһы хеҙмәт юлын дауам итә.