Ҡытайҙар ярҙам итергә әҙер01.08.2018
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән оператив кәңәшмәлә республика делегацияһының Ҡытайҙың Цзянси провинцияһына сәфәренең төп йомғаҡтарын билдәләп үтте.

Хәбәр ителеүенсә, был сара 25-27 июлдә булды. Уның барышында Цзянси провинцияһы губернаторы менән рәсми осрашыу ойошторолдо. Премьер-министр әйтеүенсә, Лю Ци әфәнде Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың республикаға яуап сәфәре менән килергә саҡырыуын ҡабул иткән.
Шулай уҡ Цзянси провинцияһы хөкүмәтенең сауҙа департаменты вәкилдәре, Ҡытай эшҡыуарҙары менән осрашыу үткән. Унда беҙҙең делегация вәкилдәре төбәктең иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштырған.
“Был сығышыбыҙ уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, – тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. – Осрашыу барышында эшҡыуарҙар беҙҙең республикаға инвестиция һалырға әҙер булыуын белдерҙе. Ҡайһы бер килешеүҙәр төҙөлдө лә инде. Эшҡыуарҙарҙан торған ҙур делегация беҙгә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең Кесе эшҡыуарлыҡ форумына килә”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сәфәрҙең һуңғы көнөндә Башҡортостан делегацияһы Hi-tech зонаһы предприятиеларында һәм Наньчанда Яңы милли иҡтисади зонала булды. Һөйләшеүҙәр барышында Ҡытай партнерҙары шундай зоналарҙы Башҡортостанда ла булдырыуҙа булышлыҡ ҡылырға әҙерлеген белдерҙе, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.


Вернуться назад