Хаҡлы ялдағыларға – ташлама01.08.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәк властарына капиталь ремонт өсөн иғәнә ҡаплау йәһәтенән ташламаға хоҡуҡлыларҙың исемлеген киңәйтеү мөмкинлеген биргән законға ҡул ҡуйҙы.
Документ 30 июлдә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Законға ярашлы, хәҙер 70 йәшкә еткән пенсионерҙарға, беренсе һәм икенсе төркөм инвалид булған ғаиләләргә капиталь ремонтҡа сығымдар компенсациялана. 70 – 80 йәштәгеләр өсөн компенсация – 50, унан олораҡтарға 100 процент тәшкил итәсәк.