Кейеҙ баҫырға килегеҙ!01.08.2018
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалына нигеҙ һалыныуға 70 йыл тулыуға һәм Ҡала көнө уңайынан кейеҙ баҫыу оҫталары араһында шәп бәйге үтәсәк.
Унда түшәк-ябыу, жилет, сүбәк (тапочка) эшләү буйынса иң-иңдәр билдәләнә. Шулай уҡ йөн иләү һәм тетеү буйынса ярыш ҡаралған. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың кейеҙ баҫыу йолаһын тергеҙеү, уны йәштәргә өйрәтеү буйынса Сибай ағинәйҙәре тарафынан ғәйәт ҙур эш алып барыла.
Күркәм йолабыҙҙы үҙ итеүселәр, оҫталар Сибай еренә рәхим итһен!