Ғаиләләргә тос ярҙам01.08.2018
Башҡортостан халҡының 3500-ҙән ашыуы балалар пособиеһының яңы төрөн ала, тип хәбәр иттеләр быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Хеҙмәт министрлығы коллегияһы ултырышында.

Атап әйткәндә, беренсе бала тыуыу (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыу) менән бәйле айлыҡ түләүҙе ошо осор эсендә республикалағы ике мең самаһы ғаилә юллаған. Дөйөм сумма 63 миллион һум тәшкил иткән.
Бындай айлыҡ түләүҙең күләме 8 892 һум тәшкил итә. Башҡортостанда 1,6 меңдән ашыу ғаилә, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителеү сәбәпле, өсөнсө һәм артабанғы булып тыуған баланың өс йәшенә тиклем түләү ала. Был сумма – айына 8 993 һум.
Ошо яңы пособие төрө буйынса дөйөм түләү күләме республикала тәүге ярты йылда 68 миллион һум тәшкил иткән.


Вернуться назад