29 июлдә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ҡабул итеү тураһында тәүге бойороҡтарҙы баҫтырып сығарҙы. Берҙәм календарға ярашлы, маҡсатлы йүнәлтмә буйынса килгән абитуриенттар, шулай уҡ айырым хоҡуҡҡа эйә булғандар (инвалидтар, етемдәр), һынауһыҙ уҡырға алынған уҡыусылар, олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары студент булды.М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 9 229 пакет документ ҡабул иткәндәр. Иң ҙур конкурс художество-графика һәм социаль-гуманитар факультеттарҙа: уларҙа дизайн, “Мөхит дизайны, график дизайн”, “Иҡтисад һәм идара итеү” йүнәлештәре буйынса бер урынға 22 кеше дәғүә итә. Артабан Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар, Тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү институттары, тәбиғәт-география факультеты килә.
Бөгөн БДПУ-ла 130 белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл бюджет урындары былтырғы менән сағыштырғанда 66-ға артҡан. Федераль ҡаҙна иҫәбенә 1 699 урын бүленгән. Мәғлүм булыуынса, Башҡорт дәүләт педагогия университеты – республикала педагогик магистратураны ғәмәлгә ашырған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Унда уңышлы алып барылған онлайн-магистратура һәр урында һәм уңайлы ваҡытта белем алыу мөмкинлеген бирә.
Юғары уҡыу йорттарына конкурс буйынса һайлап алыуҙың киләһе этабы 3 авгусҡа тәғәйенләнгән. Был көндә булған бюджет урындарының 80 проценты бүленә. Беренсе этапта ҡатнашыу өсөн бөгөндән дә һуңға ҡалмайынса ҡабул итеү комиссияһына аттестаттың төп нөсхәһен һәм уҡырға алыныуға яҙма ризалыҡ тапшырырға кәрәк. Урындарҙың ҡалған 20 проценты 8 августа икенсе этапта бүленә.