Яңы конкурс – “Рәсәй ирекмәне”01.08.2018
Исемле йылға ярашлы “Рәсәй ирекмәне” Бөтә Рәсәй конкурсы башланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Конкурста ҡатнашыуға ирекмән коммерцияға ҡарамаған ойошма-берекмәләр, инициативалы төркөм лидерҙары, етәкселәре һәм вәкилдәре саҡырыла.
“Рәсәй ирекмәндәре” берҙәм мәғлүмәт системаһында конкурсты уҙғарыу тураһында положение менән танышырға, теркәлергә һәм ғариза бирергә мөмкин.
“Илһамланғандар (сәнғәт менән)” номинацияһы музейҙарҙа, китапханаларҙа, мәҙәниәт йорттарында, театрҙарҙа, кинотеатрҙарҙа, мәҙәниәт үҙәктәрендә, парктарҙа һәм башҡа учреждениеларҙа үткәрелгән, шулай уҡ мәҙәни байлыҡты һаҡлау, үҫтереү, мәҙәни киңлектәрҙең яңы мөхитен булдырыу өлкәһендәге проекттарға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. “Киләсәккә ышанғандар” номинацияһы ветерандар хаҡында хәстәрлек, тарихи хәтерҙе һаҡлау өлкәһендәге проекттарҙы хуплай.
Конкурс һигеҙ йыл дауамында ойошторолоп килә һәм илдә Ирекмән йылының төп проекты булып тора. 2015 һәм 2017 йылдарҙа “Рәсәй ирекмәне” премияһын тапшырыу тантанаһында Президент Владимир Путин ҡатнашҡайны.


Вернуться назад