Ҡасан өйләнергә теләйһең?31.07.2018
Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа граждандарға никахҡа инеү көнөн үҙҙәренә һайлау хоҡуғын биргән документ тәҡдим итте. Закон проекты 1 октябрҙән ғәмәлгә инергә тейеш.
Хәҙер граждандар никах теркәүе тураһында ғариза тапшырғандан бер ай үткәс йыл дауамында мөнәсәбәттәрен теркәй ала. Шул уҡ ваҡытта Граждандар хәле актын дәүләт теркәүе (ЗАГС) реестрының федераль мәғлүмәт системаһында билдәләнгән датаны һәм ваҡыт арауығынан сығып, никах көнөн һайларға мөмкин буласаҡ. Датаны ғариза яҙып, загс етәксеһе менән килешеп үҙгәртеү шарты ла тәҡдим ителә.
Бындай талаптар ришүәтселекте бөтөрәсәк, халыҡтың һайлау мөмкинлеген арттырасаҡ, тип иҫәпләй законды әҙерләүселәр.