Хәрби уҡыу үҙәктәре булдырыла31.07.2018
Депутаттар студенттарҙы хәрби уҡыу үҙәктәрендә әҙерләү тураһындағы законға һуңғы үҙгәрештәр индереп, пленар ултырышта ҡабул итте. Уға ярашлы, хәҙер хәрби әҙерлек күләме артасаҡ, шул уҡ ваҡытта уҡыу йорттарында уҡытыусылар составы һәм хәрби кафедралар ҙа һаҡланып ҡаласаҡ, тип белдерә Дәүләт Думаһының Хәрби көстәр буйынса комитет рәйесе Владимир Шаманов.

Яңы закон нигеҙендә вуздарҙа эшләп килгән хәрби әҙерлек структураһы бүлексәләренә алмашҡа бер төрҙәге хәрби уҡыу үҙәктәре булдырыу ҡарала.
Белгестәр белдереүенсә, әлеге ваҡытта хәрби әҙерлек контракт буйынса алып барыла, офицерҙар, запастағы офицерҙар, сержанттар, старшина һалдаттар, матростар әҙерләнә. Ҡабул ителгән ҡануниәт был системаны бер төргә килтерергә тейеш.


Вернуться назад