Йылайыр ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына31.07.2018
Быйыл район үҙәге Йылайыр ауылына нигеҙ һалыныуға 270 йыл тула. Ошо уңайҙан йылайырҙар ҡунаҡ ҡаршыларға йыйына: әле бында юбилейға тулы әҙерлек эштәре бара. Һәр кем үҙ йорт алдын тәртипкә килтерә, ауыл урамдары төҙөкләндерелә, урман ситтәрендә өмәләр ойошторола.

“Ауыл көнө” байрамы сиктәрендә, иң яҡшы йорт, иң яҡшы ихата, матур гөл баҡсаһы, өлгөлө ғаилә конкурстары иғлан ителгән. Шулай уҡ интернет селтәрендә “Йылайыр – кисә һәм бөгөн”, “Минең ғаиләм тарихы – ауыл тормошонда” кеүек темаларға фотоһүрәттәр һәм видеороликтар ебәреү мөмкинлеге булдырылған. Шанлы һәм данлы Йылайыр тарихын яҙыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерер, ти уны ойоштороусылар.


Вернуться назад