Тракторың төҙөкмө?31.07.2018
16 июлдә республика буйынса башланған “Трактор” профилактик айлығы 17 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Ул республиканың Дәүләт техник тикшереү хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы менән берлектә үтә.

Өфө ҡалаһында башланған был сара барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр махсус техниканың, уларҙың тағылмаларының техник торошон ғына тикшереп ҡалмай, тракторҙарҙың дәүләт техник тикшереү үткән булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, тракторсыларҙың махсус техника йөрөтөү таныҡлыҡтарының барлығына иғтибар биреләсәк; халыҡтың именлеген һәм сәләмәтлеген, мөлкәттең һаҡланышын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҙа мөһим. Шулай уҡ водителдәр араһында хәүефһеҙлек буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт техник тикшереү хеҙмәткәрҙәре, “Трактор” айлығы операцияһына ярашлы, үҙйөрөшлө һәм башҡа төр махсус машина һәм трактор эйәләрен төп техник ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра.


Вернуться назад