Студенттар Артекта эшләй31.07.2018
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә вожатый булып эшләй.

Улар араһында педагогика һәм психология кафедраһының III курс студенты Илгиз Абдрахманов, II курс студенты Рәмзил Булатов, башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы вәкиле Гөлиә Ҡарасурина, иҡтисад һәм финанс кафедраһының I курс студенты Лиана Ишбаева ла бар.
Артек – ул “Диңгеҙ”, “Зәңгәрһыу”, “Күл”, “Кипарис” һәм башҡа лагерҙарҙан торған комплекс. Уларҙың һәр ҡайһыһында бер сменала 300 – 800 бала ял итә. Республика вожатыйҙары балаларға белем алырға һәм һәләттәрен үҫтерергә, керамиканан әүәләп һындар яһарға, һабын ҡайнатырға, сигергә, һүрәт төшөрөргә, самолет, ракета, робот моделдәрен эшләргә, уҡ атырға, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә ярҙам итә.


Вернуться назад