Бал ҡорто һеркәһенән — зефир31.07.2018
Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университеты технологтары умартасылыҡта мөһим продукттарҙың береһе – сәскә һеркәһе менән зефир яһау ысулын уйлап тапҡан. Йәмәғәт туҡланыуы технологияһы кафедраһында аңлатыуҙарынса, зефир майһыҙ, еңел десерт һанала.
“Һеркәне ҡулланыр алдынан тарттырабыҙ һәм, ҡабарып торған зефир массаһына эҫе сироп ҡойоп, һеркә өҫтәйбеҙ. Ошо ысул файҙалы матдәләрҙе һаҡларға ярҙам итә”, – ти технологтар.
Файҙалы зефир Башҡорт дәүләт аграр университетының сәләмәт туҡланыу өлкәһендәге берҙән-бер асышы түгел. Уҡыу йортонда шулай уҡ файҙалы туңдырма уйлап сығарғандар.