Маҡсат – ауылға иғтибар арттырыу31.07.2018
Башҡортостанда ижади һәләтлеләрҙе “Минең ерем Рәсәй-2018” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының V “Минең ерем Рәсәй-2018” ижади конкурсы башланды. Ул 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә уҙғарыла.
Конкурсҡа 2015 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 авгусына тиклем телевидениела, радиола эфирға сыҡҡан, матбуғат баҫмаларында һәм интернетта баҫылған проекттар ҡабул ителә. Эштәрҙең төп асылы Рәсәй ауылының ыңғай образын булдырыуға, ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең алдынғы тәжрибәһен таратыуға, ауыл хужалығы хеҙмәтенең мөһимлеген күтәреүгә, халыҡ йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән булырға тейеш.
Конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы октябрҙә “Алтын көҙ-2018” Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә үтәсәк. Ғаризалар 2018 йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән конкурстың сайтында танышырға мөмкин.