Эшләүсе пенсионерҙарға – өҫтәмә аҡса31.07.2018
Башҡортостанда эшләп йөрөгән 200 меңдән ашыу пенсионер август пенсияһына өҫтәмә аласаҡ. Пенсия фондының төбәк бүлексәһендә аңлатыуҙарынса, бының өсөн хаҡлы ялдағыларҙан ғариза талап ителмәй.
Һәр эшләүсе пенсионер өсөн тәғәйен өҫтәмә түләү уҙған йылда уның өсөн эш биреүсе күсергән страховка иғәнәләре суммаһына бәйле төрлөсә була. Иң күп тигәндә ул 244,47 һум тәшкил итәсәк.
Август өҫтәмәһе – эшләүсе пенсионерҙар өсөн пенсияны арттырыуҙың берҙән-бер сараһы. 2016 йылдан Рәсәйҙә эшләп йөрөгән өлкән быуындың пенсияһы индексацияланмай. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бөтәһе 1 миллион 180 меңдән ашыу пенсионер йәшәй, уларҙың 200 меңдән ашыуы эшләүен дауам итә.