Боҙ аренаһы ноябргә әҙер була31.07.2018
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына төҙөлөп ятҡан Күмертауҙағы спорт объектын 2018 йылдың ноябрендә асырға күҙаллайҙар.

Ҡала халҡы хоккей ярата, бында Башҡортостан чемпионаты уйындарын, башҡа турнирҙарҙы үткәрергә мөмкин. Спортсылар өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ, алты уңайлы сисенеү бүлмәһе эшләйәсәк. Әҙерлек һәм һаулыҡ тергеҙеү өсөн тренажер залы буласаҡ.
Белеүебеҙсә, Күмертауҙа боҙ аренаһы 2015 йылда төҙөлә башлағайны. Әле эштәр аҙағына яҡынлаша, тиҙҙән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн 600 кешелек спорт объекты үҙ ишектәрен асасаҡ. Бында конькиҙа йүгереүселәр, хоккейсылар һәм фигуралы шыуыусылар шөғөлләнә аласаҡ. Төҙөлөшкә тәғәйен 314 миллион һум аҡса Социаль программалар фондынан бүленгән.


Вернуться назад