Тармаҡ тотороҡло үҫешергә тейеш31.07.2018
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихия ҡазалары эҙемтәләрен бөтөрөү министры урынбаҫары Александр Чуприян менән осрашты.
Сарала илебеҙҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығының матди-техник базаһын, кадрҙар тәьминәтен нығытыу, республика биләмәһендә янғын-ҡотҡарыу көстәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм артабанғы үҫешендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыу барышында:
– Ваҡытында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына бихисап көсөмдө, ваҡытымды бүлгән кеше булараҡ, республикала был подразделениеның эшмәкәрлегенә һәм уға ярҙам итеү темаһына, ошо тармаҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләргә һәр ваҡыт етди ҡарайбыҙ. Уйлауымса, системаның торошон да ярайһы юғары кимәлдә тотабыҙ. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Был матди-техник базаға, системаны кадрҙар менән тәьмин итеүгә һәм киләсәктәге берҙәм эшмәкәрлегебеҙгә ҡағыла, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғын-ғәмәли спорты буйынса чемпионаты үтте. Унда илдең төрлө төбәктәренән 500-ҙән ашыу спортсыны берләштергән 30 команда көс һынашты.