Беҙҙең вуздар Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итә31.07.2018
Республиканың юғары уҡыу йорттары Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың алдынғы киң мәғлүмәт саралары – “Синьхуа” мәғлүмәт агентлығы һәм Ҡытайҙың Үҙәк телевидениеһы вәкилдәренә биргән интервьюһында ошо хаҡта һөйләне.

Ғәмәлдә һүҙ Башҡорт дәүләт университеты тураһында бара. Вузда Рәсәй-Ҡытай бизнес-инкубаторы булдырылған. Унда студенттар Ҡытайҙың бизнес төҙөү буйынса алымдарын өйрәнә, ҠХР-ҙа стажировкалар үтә. Башҡорт дәүләт медицина университеты Ҡытайҙың медицина өлкәһендәге ғилми даирәләре менән әүҙем эш алып бара.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ йәштәрҙә ҡытай теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын билдәләне.
— Донъя иҡтисады Ҡытайға бәйле, шуға күрә ҡытай телен белмәй тороп, уңышҡа өлгәшеп булмаясағын хәҙерге заман кешеһе аңлай башланы, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Волга – Янцзы” программаһы нигеҙендә һөйләшеүҙәр иҡтисад, сәнәғәт, инвестицияларҙы үҫтереү йүнәлешендә генә алып барылмай, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Шулай уҡ гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек өйрәнелә, ул йүнәлеш тә Башҡортостан өсөн мөһим булып тора.


Вернуться назад