Һеҙҙең иңдә – юғары яуаплылыҡ31.07.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында эске эштәр органдары өсөн сираттағы белгестәр сығарылышына арналған тантанала ҡатнашты. Сара “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы алдындағы майҙанда үтте.
Төбәк етәксеһе институт тамамлаған йәштәрҙе дипломлы белгес булыуҙары менән ҡотланы, хеҙмәт юлында уңыштар теләне. Рөстәм Хәмитов ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт белдерҙе. Полиция лейтенанттары Анна Дмитриева, Валентин Константинов, Айгөл Муллағәлиева, Алёна Никитина, Әлиә Шәрифуллинаға ҡыҙыл дипломдар тапшырҙы.
Быйыл Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты һигеҙ төбәк өсөн бөтәһе 158 белгес әҙерләп сығарҙы. 109 кеше Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы бүлексәләрендә хеҙмәт итәсәк.
— Компетентлы кадрҙар ярҙамында полиция бөгөн йәмғиәттә абруйын нығыта, эш һөҙөмтәлелеген арттыра, — тине Башҡортостан Башлығы. — Хөрмәтле дуҫтар, тәү сиратта институт тамамлаусыларға мөрәжәғәт итәм, кешеләр үҙҙәре һәм яҡындары өсөн борсолмаһын, дәүләт уларҙы һәр саҡ төрлө енәйәттән яҡлаясағына ышанһын өсөн, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, енәйәткә ҡаршы уңышлы көрәшеүҙә һеҙҙең иңдәрегеҙгә юғары яуаплылыҡ һалынған.