Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар, кандидаттар исемлеге тәҡдим иткән сәйәси партиялар иғтибарына!31.07.2018
Башҡортостан Республикаһы Һайлау тураһындағы кодексының 63-сө статьяһының 6-сы өлөшөнә ярашлы, “Башҡортостан” нәшриәте — “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — “Башҡортостан” гәзите биттәрендә 2018 йылдың 11 авгусынан 8 сентябргә тиклем һайлау алды агитация материалдарын урынлаштырыу уңайынан түләүле баҫма майҙан бүлеү буйынса йәрәбә үткәрә.
Йәрәбә 3 августа 14.30 сәғәттә түбәндәге адрес буйынса уҙасаҡ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат, 509-сы бүлмә. Йәрәбәлә яҙма заявка биргән кандидаттар ғына ҡатнаша ала.
Заявкалар 2018 йылдың 3 авгусына көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем факс 8(347) 272-62-61), e-mail ([email protected].) аша йәки редакцияла (адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 5-се ҡат) ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-83-87.


Вернуться назад