Электрон кенәгә31.07.2018
Заман алға бара. Тиҙҙән Рәсәй граждандары, хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһен һорап, кадрҙар бүлегенә йөрөмәйәсәк. Хәҙер ундағы яҙыуҙы ла ялған юл менән үҙгәртеү мөмкин булмаҫ, кенәгәне юғалтыу донъя кимәлендәге фажиғәгә әүерелмәҫ, сөнки 2020 йылдан илдә электрон хеҙмәт кенәгәләре эшләй башлаясаҡ.

Күптән түгел үткән Хөкүмәт ултырышында Дмитрий Медведев ошо хаҡта белдерҙе.
– Был алым эҙмә-эҙлекле барырға тейеш. Эш биреүселәр ғәҙәти ҡағыҙ кенәгәне лә алып барасаҡ, сөнки ҡайһы бер категория граждандар өсөн бындай алым һаҡланасаҡ, – тине Хөкүмәт етәксеһе.
Пен­сия фондына электрон доку­менттарҙы компаниялар 2020 йылдың 1 ғинуарынан тапшыра башлаясаҡ. 2019 йыл һуҙымында хоҡуҡи һәм ойоштороу эше буйынса барлыҡ мәсьәләләр хәл ителергә тейеш, халыҡ араһында аңла­тыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү кәрәк буласаҡ.
Электрон кенәгә һәр кешенең хеҙмәт юлы тураһында белешмә һаҡларға, мәғлүмәттәр базаһы булдырырға мөм­кинлек бирә.
Берәй мохтажлыҡ килеп тыуһа, хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм стаж хаҡында мәғлүмәт тапшырыу зарурлығы тыумай, сөнки бөтәһе лә интернетта буласаҡ.
– Был эш биреүселәрҙең ҡағыҙ тултырыу өсөн киткән ваҡытын кәметергә форсат бирәсәк, – ти Премьер-министр.


Вернуться назад