Сиҙәмгә йәм өҫтәгән биҙәк27.07.2018
Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында күп функциялы клуб асыу тантанаһы үтте. Әйткәндәй, был — Хәйбуллала һуңғы өс йылда сафҡа ингән бишенсе мәҙәни үҙәк.
Тантанала республика Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының баш советнигы Урал Хәлисов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, район советы рәйесе Александр Карпов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждениелар, ойошмалар етәкселәре, урындағы халыҡ ҡатнашты.
Яңы клубта күмәк мәҙәни саралар үткәреү өсөн шарттар булдырылған. Фойела йәштәр өсөн дискотека залы, хореография дәрестәре өсөн бүлмә бар. Хәҙер теләге булған һәр кем спорт менән шөғөлләнә ала. Тренажерҙар, спорт кәрәк-ярағы, теннис, бильярд өҫтәле ҡуйылған. Ошонда уҡ китапхана, балалар өсөн уйын мөйөшө, фольклор, ял бүлмәһе урынлашҡан.
Ауыл мәҙәниәт йортонда күләмле төҙөкләндереү, матди-техник базаны нығытыу эше башҡарылған, ижад менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Капиталь ремонтҡа биш миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Урындағы ҡаҙнанан йыһаз, сәхнә кейеме, музыка ҡоралдары, көнкүреш техникаһы, спорт тренажерҙары, балалар тауарҙары һатып алыуға аҡса бүленгән.