Ете ауылға газ үткәрелә27.07.2018
Бөрйән районының ете тораҡ пунктында газ үткәргесе буласаҡ. Уны “Газпром инвестгазификация” компанияһы төҙөйәсәк.

Төҙөлөш шул иҫәптән “Баш­ҡортостан” милли паркы һәм “Алтын Солоҡ” ҡурсаулығы биләмәләре буйлап үтә. Тирә-яҡ мөхиткә тө­ҙөлөш тәьҫире мәсьәләләрен тың­лау 24 августа Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе хакимиәтендә үтә.
Газ үткәргесе район үҙәген Мән­дәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдары менән тоташтырырға тейеш.
“Башҡортостан” милли паркы федераль дәүләт тәбиғәтте һаҡлау, экология-аң-белем таратыу һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеһы булып тора. Парк биләмәһенә тәбиғәт комплекстары һәм Көньяҡ Урал тау урмандары объекттары инә.
“Алтын Солоҡ” — Бөрйән районында 91 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан дәүләт ҡурсаулығы. Бөрйән бал ҡорто популяцияһын һаҡлауға булышлыҡ итә.


Вернуться назад