Ҡаҙнала керем күпме?27.07.2018
Башҡортостан Финанс министр­лығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәк бюджетына тәүге ярты йылда 114 миллиард 182 миллион һум (2017 йылдың беренсе яртыһына ҡара­ғанда, дүрттән бер өлөшкә күберәк) кергән. Уларҙан һалым һәм һалым булмаған килем – 97,2 миллиард.

Дәүләт мөлкәтен файҙаланыуҙан табыш 3,65 миллиард һум тәшкил иткән. Түләүһеҙ керем (күбеһенсә федераль бюджеттан) — 16,9 миллиард һум.
Быйылғы йылдың ғинуар-июнен­дә республика ҡаҙнаһы сығымдары 87,6 миллиард һум, йыллыҡ план үтәлеше 39 процент тәшкил иткән. Социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә 69,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Төп капиталға инвестициялар һәм юл хужалығын инвестициялау – 6,5 миллиард һум.


Вернуться назад