Иң яҡшы бесән сабыусылар ҡайҙа?27.07.2018
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында бесән сабыусылар араһында традицион ярыш ойошторолдо.

“Башҡортостан ҡурсаулығының иң яҡшы бесән сабыусыһы” исеме өсөн 18 ҡатнашыусы – улар араһында Бөрйән районының төрлө ауылдарынан һигеҙ ҡатын-ҡыҙ һәм ун ир-егет көрәште. Жюри ағзалары уларҙың һөнәри оҫталығын ғына түгел, ихтыяр көсөн, сыҙамлыҡтарын да баһаланы. Эште башҡарыу ваҡыты ла иҫәпкә алынды.
Ир-егеттәр араһында беренсе урынды Һарғая ауылында йәшәгән Әсхәт Хәмитов, икенсене – Әбделмәмбәттән Рафаэль Фәтҡуллин, өсөнсөнө Морат Ғәсимов алды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Һарғая ауылынан Зөлфиә Фәхретдинова иң шәбе булды. Ул бесән сабыу буйынса юғары кимәлдәге ярыштарҙа бер нисә тапҡыр сығыш яһаған, Әртә ҡалаһында Рәсәй бесән сабыусылар конкурсында еңеүсе булған. Икенсе урында – Иҫке Собханғол ауылынан Зилә Ғайсина, өсөнсөлә – Әбйәлил районынан Лилиә Мөхәмәтғәлина.


Вернуться назад