“Иҙел” — дуҫлыҡ күпере27.07.2018
16-17 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк “Иҙел” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Был фестиваль “Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы” тип иғлан ителгән 2011 йылдан алып ойошторола. Сараның төп маҡсаты – Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ, халыҡ һәм академик йыр сәнғәтен үҫтереү, ике республика араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу.
Конкурста Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йыр башҡарыусылар ҡатнаша ала. Уларҙың урта махсус йәки юғары һөнәри белемгә эйә булыуы йә иһә йыр сәнғәте йүнәлешендә уҡып йөрөүе шарт. Конкурсҡа вокал һәм вокал-музыка ҡоралдары ансамблдәре лә саҡырыла.
Еңеүселәр ике йәш номинацияһында – 7 – 15 һәм 16 – 35 йәшлектәр араһында айырым билдәләнәсәк. Йылдағыса, “Башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй)”, “Татар халыҡ йыры (оҙон көй)”, башҡорт, татар эстрада йырҙарын иң оҫта башҡарыусылар асыҡланасаҡ.


Вернуться назад