Биҫтәлә — яңы мәктәп27.07.2018
Стәрлетамаҡтың Көнбайыш торлаҡ районындағы 5-се биҫтәлә 1125 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Күҙалланыуынса, был белем усағы республикала иң ҙуры буласаҡ.
Проектҡа ярашлы, унда 495 урынлыҡ тамаша залы, 420 уҡыусыға ашхана, ике спорт залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, медицина блогы буласаҡ. Интерактив компьютер комплексы, ҡышҡы баҡса, мәктәп музейы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү бүлмәләре, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн лифттар ҡаралған. Проекттың дөйөм хаҡы — 790 миллион һум самаһы.
Әле дүрт ҡатлы бина һалынған. Унда биҙәү эштәре бара, стеналар һәм түшәмдәр буяла, плиткә, линолеум һалына, электр, монтаж, сантехника эштәре бара, АПС һәм елләтеү системалары үткәрелә. Ике аҙна элек подрядсы биләмәне төҙөкләндерә башлаған. Бордюрҙар, ҡоймалар ҡуйылған, юлдар асфальт түшәүгә әҙерләнгән. Бер үк ваҡытта мәктәп бинаһына электр уты үткәрелә.
Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов төҙөлөш барышын тикшерҙе. Уның әйтеүенсә, әлеге мәктәптән тыш, Стәрлетамаҡта “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 объект” программаһы нигеҙендә тағы ла бер уҡыу йорто төҙөлә. Ул Шахтау ҡасабаһында урынлашҡан.