Ғариза бирергә була27.07.2018
25 июлдән Башҡортостанда Һайлау көнөндә булған урында тауыш биреүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Билдәле булыуынса, 9 сентябрҙә төбәк парламентына 110 депутат һайланасаҡ.
Әгәр ҙә граждан Һайлау көнөндә паспортта теркәлгән йәшәү урынында була алмай (мәҫәлән, командировкаға, ялға, икенсе ҡалаға китһә) йәки теркәлгән урынында йәшәмәй икән, ул Һайлау көнөндә булған ерендә тауыш биреү хоҡуғына эйә.
Һайлау көнөндә булған участкала исемлеккә индерһендәр өсөн паспорт менән 25 июлдән 25 авгусҡа тиклем яҡындағы күп функциялы үҙәккә, теләгән территориаль һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша теркәлергә мөмкин.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүенсә, ғариза биргәндән һуң, 2018 йылдың 9 сентябрендә граждан үҙе һайлаған участкаға паспорт менән килеп, тауыш бирә ала. Һайлау участкаһы мотлаҡ республика биләмәһендә булырға тейеш.