Геофизик Геннадий Казанин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде26.07.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Диңгеҙ Арктика геологик тикшеренеү экспедицияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Геннадий Казанинға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Бүләкләү тантанаһы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса советтың республикала геопарктарҙы үҫтереүгә һәм ғилми оҙатыуға арналған ултырышы сиктәрендә үтте.
Геннадий Казанин – күренекле Совет һәм Рәсәй геофизигы, Атлантик океанда, Төньяҡ Боҙло океандың Баренцев һәм Ҡара диңгеҙҙәрендә бик күп диңгеҙ, геофизик һәм сейсмик тикшеренеү экспедицияларында ҡатнашыусы. 1986–1987 йылдарҙа Антарктикаға “Геолог Дмитрий Наливкин” ғилми-тикшеренеү судноһының беренсе походы менән етәкселек иткән. Рәсәй Фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы. Бөгөн Геннадий Казанин хәйриәлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә – Мурманскиҙағы һәм үҙе тыуып үҫкән Башҡортостандың Федоровка районы Покровка ауылындағы балалар йорттарына ярҙам итә.
— Геннадий Семенович республикаға, атап әйткәндә, Федоровка районына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур эш алып бара, — тине Рөстәм Хәмитов.
Салауат Юлаев ордены Геннадий Казаниндың тәүге наградаһы түгел. 2008 йылда ул – Почет ордены, 2002 йылда икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордендың миҙалы менән бүләкләнгән.


Вернуться назад