Министрҙан юғары баһа25.07.2018
23 июлдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашты.
Рөстәм Зәки улы республикала тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары, яңы эш урындары хаҡында һөйләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәктәге агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәре – һөтсөлөк һәм ит малсылығы үҫеше хаҡында ла һүҙ алып барҙы.
Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрына был тармаҡтарҙы, йәғни һөтсөлөктө һәм ит малсылығын үҫтереү буйынса әҙерләнгән комплекслы программалар тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Республика шулай уҡ 2017 – 2025 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереүҙең федераль ғилми-техник программаһын тулыландырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һүҙ һыу ҡоштарын үрсетеү һәм сусҡасылыҡ тармағында генетикаға иғтибар арттырыу тураһында бара.
Дмитрий Патрушев Башҡортостанда ауыл хужалығының ыңғай үҫешен, шулай уҡ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының төбәктең нигеҙле башланғыстарына ярҙам итергә әҙер булыуын билдәләне.
– Беҙ оҙаҡ йылдар дауамында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән эшлекле хеҙмәттәшлек булдырғанбыҙ. Дмитрий Николаевич Башҡортостанды Рәсәй ауыл хужалығы өлкәһенең төп етештереүсе төбәктәренең береһе тип атаны, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ йәнә бер тапҡыр министрҙан Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү өлкәһендә башҡарылған эштәргә юғары баһа ишеттек.