Тәҡдимдәр кәрәк25.07.2018
Әлшәй районындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә ағзаһының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыу сәбәпле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн дауамында түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан 6-ға (эш көндәрендә) тиклем.
Өҫтәлмә мәғлүмәтте түбәндәге телефон аша алырға мөмкин: 218-11-22.


Вернуться назад