Благоварҙа төҙөлөш гөрләй25.07.2018
Благовар районының Языков ауылында үҙәк район дауаханаһының өр-яңы хирургия корпусы төҙөлә. Әле бинаның беренсе ҡаты күтәрелгән, икенсе ҡаттың стеналары һалына.

Төҙөлөш “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” программаһы нигеҙендә алып барыла һәм өс ҡатлы бинаны, аҙыҡ-түлек блогын, автотранспорт туҡталҡаһын үҙ эсенә ала. Бында шулай уҡ трансформатор ярҙамсы станцияһын, һәр береһе 60 кубометрлыҡ дүрт янғын һүндереү резервуарын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Шулай уҡ электр, йылылыҡ, һыу, канализация, телефон селтәре буласаҡ.
Әле төҙөлөштө онлайн тәртибендә күҙәтергә мөмкин. Дәүләт контракты талабына ярашлы биләмәлә видеокүҙәтеү системаһы булдырылған. Объект буйынса эш 2019 йылдың ноябрендә тамамланырға тейеш.


Вернуться назад