Пенсия ҡануниәте үҙгәрерме?24.07.2018
Ил Президенты Владимир Путин, пенсия ҡануниәтен үҙгәртеү тураһындағы аҙаҡҡы ҡарар әлегә ҡабул ителмәгән, тип белдергән.

Пенсия йәшен күтәреү буйынса тәҡдим ителгән варианттарҙың бе­реһе лә ил етәксеһенә оҡшамай, шуға күрә ошо темаға ҡағылышлы барлыҡ фекерҙәрҙе һәм баһаларҙы иҫәпкә алыу фарыз.
Владимир Владимирович власть органдары тәҡдимдең бар ыңғай һәм кире яҡтарын иҫәпкә аласаҡ, пенсия ҡануниәте үҙгәрештәренә иң етди ҡарашта буласаҡ, тип вәғәҙә итә, сөнки унда “төрлө үҙенсәлектәр күп”.
Дәүләт башлығы: “Тәүге сиратта, граждандарҙың мәнфәғәттәрен бөгөн йәки оҙайлы перспективала тәьмин итеү өсөн, беҙҙең иҡтисадта, социаль өлкәлә, шулай уҡ пенсия систе­маһында ла тотороҡлолоҡ булырға тейеш”, – тине.


Вернуться назад