Мәскәү һабантуйы24.07.2018
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең “Коломенское” музей-ҡурсау­л­ы­­ғында йыл һайын үткәрелә тор­ған һабантуй үтте.

Быйыл сара баш ҡалала утыҙынсы тапҡыр ойошторолған. Үҙенсәлекле юбилей айҡанлы милли аш оҫталары һабантуй ҡунаҡтары өсөн 2018 килограмм ауырлығындағы гигант сәк-сәк бешергән.
Әйткәндәй, һабантуй – киң тарал­ған сара, ул Рәсәйҙең 58 төбәгендә, 30 илдә даими уҙғарыла. Мәскәү һа­бантуйы улар араһында иң ҙур һәм са­ғыу байрамдарҙан һанала. Быйыл, мәҫәлән, сараға 200 меңдән ашыу ҡунаҡ килгән.
Мәскәү мэры Сергей Собянин һабантуйҙы рәсми асып:
– Был тантана – башҡорт һәм татар халыҡтарының тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған, уларҙың милли йолаларын үҙ эсенә алған, ихлас, рухлы сараларҙың береһе. Мәскәү һабан­ту­йы ҡалабыҙҙағы иң ҙур бай­рам­дар­ҙан һанала; кешеләрҙе ул үҙен­сә­лекле программаһы, милли колориты, үҙ-ара теләктәшлек һәм та­тыу­лыҡ мөхите менән йәлеп итә һәм баш ҡаланың ижтимағи-мәҙәни тормошонда ҙур урын алып тора, – тине.


Вернуться назад