Белемһеҙ алға китеш юҡ24.07.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов социаль һәм социаль-идара ителеш ресурстарына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре өсөн ойошторолған сара белем биреү сифатына арналды.
Унда Рәсәйҙең ҙур ғалим-социологтары – Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль социологик ғилми-тикшеренеү үҙәге Идара итеү социологияһы һәм социаль технологиялар үҙәге етәксеһе, социология фәндәре докторы Александр Тихонов һәм шул Үҙәктең ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты Владимир Богданов сығыш яһаны.
— Рәсәй Фәндәр академияһының ғалим-социологтары менән даими осрашабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Милли проекттарҙың төбәк өлөшөн ғилми берләшмәнең әүҙем ҡатнашлығынан тыш әҙерләү мөмкин түгел. Бөгөн беҙ аңлайбыҙ: ғилемһеҙ алға китә алмайбыҙ.
Александр Тихонов һүҙҙәренсә, Башҡортостан — Юғары социаль именлек индексына эйә биләмә. Индекс асыҡ мәғлүмәт нигеҙендә булдырыла. Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда социаль торош башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшыраҡ. Республика халҡы эш табыу мөмкинлеген, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен, юл хужалығын һәм башҡа иҡтисади, социаль һәм мәҙәни аспекттарҙы юғары баһалай.
Башҡортостан етәксеһе төрлө өлкәләрҙә эшләгән Рәсәйҙең алдынғы ғалимдары менән осрашты. Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Һаҡсыл хөкүмәт” программаһы әҙерләнде. Уның маҡсаты дәүләт учреждениеларының эшен ҡулайлаштырыуға, бюрократияны бөтөрөүгә һәм идара ителеш процестарын камиллаштырыуға ҡайтып ҡала.