Һайлау кампанияһы әүҙемләшә24.07.2018
Һайлау кампанияһы әүҙемләшәДәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республиканың алтынсы саҡырылыш парламенты депутатлығына кандидат итеп күрһәтелде.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы раҫлаған кандидаттар исемлеген Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. “Берҙәм Рәсәй”ҙән тәҡдим ителгән кандидаттар араһында ҙур сәйәси һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, танылған спортсылар, табиптар, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре байтаҡ.
— Сентябрҙә республика халҡы бик яуаплы ҡарар ҡабул итә. Тап ул киләһе йылдарҙа төбәк үҫешен күп йәһәттән билдәләйәсәк, — ти­не Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев. — Һайлау кампанияһы әкренләп әүҙемләшә бара. Ул ғәҙел, конкурентлы көрәш шарттарында үтер һәм һайлаусылар мәнфәғәтен ысын яҡлаған, уларҙың ихтыярын үтәгән кешеләргә парламентта урын тәьмин итер, тип ышанам. Һайлау һөҙөмтәләренең ниндәй булырын әле әйтеп булмай, әммә депутаттар корпусының кәмендә 50 процентҡа яңырыуын фаразларға мөмкин. Әлеге депутаттарҙың күбеһе һайлауҙа ҡатнашмай. Кандидаттар исемлегендә өр-яңы кешеләр, шул иҫәптән йәштәр байтаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” һайлау барышында ҙур һөҙөмтәләргә ынтыла. Әммә конкуренция булыуын да аңлайбыҙ. Республикала — 55 һайлау округы, уларҙың барыһында ла еңеү яулау икеле. Алтынсы саҡырылыш парламентҡа башҡа сәйәси партиялар вәкилдәре лә инәсәк.


Вернуться назад