Балаларға — яңы спорт залы24.07.2018
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты нигеҙендә Саҡмағош ауылындағы 1-се урта мәктәптә спорт залы төҙөкләндерелә. Объектты яңыртыуға федераль, республика һәм район бюджеттарынан 900 мең һумға яҡын аҡса бүленгән.

Партия проекттары һөҙөмтәһендә спорт объекттарына яңы һулыш өрөү Саҡмағош районында яҡшы йолаға әүерелде. 2016—2017 йылдарҙа мәктәпте спорт кәрәк-ярағы, ҡорамалдар менән йыһазландырғандар.
Партияның урындағы бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, проект район өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусылар спорт залдарына сентябрҙә йөрөй башлап, май аҙағына тиклем унда шөғөлләнә. Ауыл балалары ҡалалағы кеүек уңайлыҡтарҙан файҙаланырға тейеш, улар өсөн заманса шарттар тыуҙырыу зарур. Был ауылда өр-яңы спорт клубтары, спорт секциялары асыуға, физкультураны һәм спортты үҫтереүгә булышлыҡ итә.



Вернуться назад