Таҙартыу ҡоролмалары яңыра24.07.2018
Мәләүездә биологик таҙартыу ҡоролмалары төҙөкләндереләсәк. Был эште башҡарыуға конкурс шарттары менән дәүләт һатып алыуҙары сайтында танышырға мөмкин.

Күләмле реконструкция эштәре нигеҙендә ҡаланың “Водоканал” йәмғиәтенең әле ғәмәлдә булған биологик таҙартыу ҡоролмаларын һәм төп канализация насос станцияһын үҙгәртеп ҡороу күҙаллана. Контракттың дөйөм хаҡы – 26,4 миллион һум, сығымдар пред­приятиеның үҙ иҫәбенән бүленәсәк.


Вернуться назад