Мәҙәни усаҡ ишеген асты24.07.2018
Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында күп функциялы клуб асылды. Был – районда һуңғы өс йылда сафҡа ингән бишенсе мәҙәни усаҡтарҙың береһе. Төҙөлөшкә биш миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был суммаға шулай уҡ сәхнә костюмдары, музыка аппараттары, йыһаз, спорт ҡорамалдары һәм башҡа әйберҙәр алынған.
Заман талаптарына яуап биргән мәҙәни усаҡта йәштәр өсөн дискотека залы, хореография бүлмәһе, спорт менән шөғөлләнгәндәр өсөн тренажер бүлмәһе, теннис һәм бильярд өҫтәлдәре, балалар өсөн уйын мөйөшө һәм ял итеү урыны бар. Ошонда уҡ бай китапхана урын алған: интернет эшләй, ксерокс, кәрәкле мәғлүмәтте ҡағыҙға баҫтырыу, компьютерҙа йыйып биреү кеүек хеҙмәттәр күрһәтелә. Электрон китаптарҙы һайлау мөмкинлеге лә тыуҙырылған. Хәҙер сиҙәмдәргә төрлө мәҙәни саралар үткәреү, концерттар ҡуйыу, ситтән артистарҙы ҡабул итеү байрамға тиң, сөнки бар уңайлыҡтар бар.