Дәүләкән ҡалаһының үҙәк майҙанында былтыр тәүге фонтан барлыҡҡа килде. Уны 2016 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы төҙөгәндәр. Проект ике миллион һумға төшкән: яртыһы – республика бюджетынан, ҡалғаны урындағы бюджеттан һәм халыҡтан йыйылған.Үҙәк майҙанда ейәнсәре менән ял итеп йөрөгән ҡатын янына килеп, һөйләшеп киттек.
– Ҡала үҙәгенә сығыу күңелле булып ҡалды. Хәҙер, исмаһам, барыр урын, рәхәтләнеп йөрөр өсөн тротуарҙар барлыҡҡа килде. Бөтә ергә тиерлек асфальт һалынды. Һуңғы йылдарҙа ҡала йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. Элек ял итеп ултырырлыҡ эскәмйәләр ҙә юҡ ине. Ә бында, үҙәк майҙанда, түтәлдән башҡа бер нәмә лә булманы, – тине ғүмер буйы Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән Любовь Мирошниченко.
– Уның фекере менән тулыһынса килешәм. Үҙем дә ошо ҡалала тыуып үҫтем, шуға ла халыҡты борсоған мәсьәләләр миңә лә яҡшы таныш. Ҡала боронғо, инфраструктура мәсьәләһен хәл итеү еңелдән түгел. Үҙәктә урынлашҡан йорттарҙа канализация селтәре юҡ. Әле был мәсьәләне хәл итәбеҙ: күп фатирлы 40 йортҡа проект әҙерләнә. Ошо маҡсатта 1,7 миллион һум аҡса бүленде. Канализация үткәреү өсөн сама менән 100 миллион һум талап ителәсәк. Үҙәк майҙанды төҙөкләндереүгә ете миллион һум тотонолдо: асфальт түшәнек, сәхнә ҡуйҙыҡ, эскәмйә һәм урналар ултырттыҡ, – тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы Дәүләкән ҡала биләмәһе башлығы Вячеслав Гапоненко.
Ысынлап та, бында ҡала үҙәген яңыртыу эше ҡайнай. Шуларҙың береһе – Үҙәк парк үҙгәртеп ҡорола. Парктың алдын яңыртыуға 5,8 миллион һум аҡса бүленгән. Йәйәүлеләр зонаһын төҙөү, ағас ултыртыу, түтәлдәр эшләү, эскәмйәләр ҡуйыу, асфальт юлды ташҡа алмаштырыу, ҡоймалар ҡуйыу эше башҡарыласаҡ.
Былтыр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө проекты нигеҙендә бүленгән 24 миллион һумға һигеҙ ихатаны һәм күп фатирлы 25 йортто төҙөкләндергәндәр. Быйыл ошо уҡ программа буйынса 7,5 миллион һум бүленгән. Уға тағы ла урындағы бюджеттан 1,5 миллион һум өҫтәп, өс ихатаны һәм бер йәмәғәт биләмәһен ремонтлаясаҡтар.