Дәүләкән почта бүлексәһе ике районды хеҙмәтләндерә. Предприятиеға ҡараған Шишмә һәм Дәүләкән райондарында 50 бүлексә эшләй. Халыҡҡа гәзит-журналдар, хат һәм башҡа корреспонденциялар ваҡытында килһен өсөн 170 кеше көс һала. “Киләсәк почта элемтәһе бүлеге” проекты сиктәрендә быйыл Дәүләкән почта бүлексәһенең үҙәк хеҙмәтләндереү залын реконструкциялағандар. Хәҙер клиент залында төрөү материалдары асыҡ кәштәлә тора. Килеүселәр үҙе теләгән ҡапты һайлап, посылкаһын төрә ала. Электрон сират хеҙмәтләндереүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ иткән.
– Хәҙер беҙҙә алты тәҙрә эшләй. Уларҙа бөтә төр хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Шулай уҡ “Уңайлы мөхит” программаһын үтәп, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың бөтәһе лә почта хеҙмәтенән файҙалана алырлыҡ шарттар тыуҙырылды, – ти етәксе урынбаҫары Гөлсәсәк Бәҙретдинова.