Бәлә-ҡаза – аяҡ аҫтында...20.07.2018
Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында ғәрәсәт булған

Бәлә-ҡаза – аяҡ аҫтында...Тәбиғәттең ҡылыҡтарын аңлап бөтөү мөмкин түгел. Бер эҫе килә, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа, ел-дауыл сығып китә. Ә бына Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында ошо көндәрҙә хатта ғәрәсәт үткән.


Көслө дауыл бер нисә йорттоң ҡыйығын алып бәргән, тимер ҡалайҙан эшләнгән ҡоймаларҙы бөкләп һалған. Йорт эргәһендә генә ағас ауған. Бәхеткә, әрметтәрҙең йорт-ҡаралтыларына ғына зыян килгән.
Нисек кенә булмаһын, бәлә-ҡаза ишек шаҡып йөрөмәй. Ауылда бындай ваҡытта урамға сығыу хәүефле. Дауыл менән осҡан йорт-ҡура материалдары кешене йәрәхәтләүе ихтимал. Бер нисә йыл элек Башҡортостанда хатта ҡалай тимер киҫәге бер ирҙең ғүмерен ҡыйҙы. Күҙ алдындағы мал-тыуарҙарҙы ла мөмкин тиклем һарайға тупларға кәңәш ителә.
Ҡалала йәшәгәндәргә лә һаҡ булыу артыҡ түгел. Бындай мәлдәрҙә бигерәк тә электр бағаналары, реклама конструкциялары янында, юлда барғанда хәүеф арта. Бынан тыш, көслө ямғыр яуһа, йәнә урамдарҙан һыу ағыу сәбәпле, йәйәүлеләргә лә, автоһәүәҫкәрҙәргә лә мәшәҡәт күбәйә.
Бындай осраҡтарҙа мөлкәтегеҙҙе страховкаларға кәңәш ителә, сөнки шәхси милек өсөн тәү сиратта хужаһы яуаплы. Файҙаһы ла, зыяны ла – уның иңендә тигәндәй. Әйтәйек, беренсе ҡатта йәшәүсенең фатирын өҫтәге ҡаттан төшкән һыу баҫһа, ике күрше үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлай бит… Ил һәм республика хөкүмәте тарафынан шәхси милекте страховкалау хуплана. Тик бына халыҡ ҡына ниндәй фекерҙә – һүҙем кешеләрҙең страховка компанияларына ышанып етмәүе хаҡында. Кемдер аҡсаһын тейешле кимәлдә ала алмай яфалана, “урланған һыйырығыҙҙың тиреһен килтергәс, түләйбеҙ” тигән яуаптарҙы ишетеүселәр ҙә етерлек. Шулай ҙа күктәге торнаға ҡарағанда ҡулдағы сәпсек артығыраҡ бит әле. Һаман да документ тултырыу һымаҡ ауыр бюрократик аҙымдар аша булһа
...Әйткәндәй, синоптиктар фаразлауынса, республикала бындай тотороҡһоҙ һауа торошо алдағы көндәрҙә лә һаҡлана. 30 градус эҫелек, көслө йәшенле ямғыр һәм ел-дауыл көтөлә.

*Рәсәйҙә күсемһеҙ милектең 10-15 проценты ғына страховкалана. Уның ҡарауы 2017 йылдың өсөнсө кварталында был төр страховкалау 12 процентҡа артҡан һәм 15,7 миллиард һум тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта һуңғы биш йыл эсендә страховка эшләтмәү арҡаһында ғәҙәттән тыш хәлдәр нигеҙендә килеп тыуған юғалтыуҙарҙың күләме – 12 триллион һум.


Вернуться назад