Ихаталар яңыртыла20.07.2018
Мишкә районында “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыу әүҙем бара. Быйыл Мишкә ауылында өс, Сурайҙа иһә бер ихата төҙөкләндереләсәк.
Әле Тыныслыҡ урамында эш бара, Сурай ауылында спорт майҙансығы төҙөкләндерелә. Июль аҙағына тиклем Мишкәлә ихата биләмәләрен ремонтлауҙы тулыһынса тамамлау күҙаллана. Сурайҙағы спорт майҙансығында эш август аҙағына ахырына еткереләсәк.
Проектты ғәмәлгә ашырыуға республика һәм федераль ҡаҙнанан 4 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Шуның 3 миллион һумы — ихаталарҙы, 800 мең һумдан ашыуы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.