Һайлау: әҙерлек дауам итә20.07.2018
“Рәсәй патриоттары”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы”, КПРФ сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре Башҡортостандың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатлығына тәҡдим иткән кандидаттарҙың республика исемлектәре раҫланды. Ҡарар ошо көндәрҙә Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ҡабул ителде.

Һайлауҙы ойоштороусылар шулай уҡ ошо партияларҙан бер мандатлы һайлау округтары буйынса кандидаттар исемлеген раҫланы. Комиссия ағзалары кандидаттар исемлектәрен тәҡдим иткән партияларҙың вәкәләтле вәкилдәрен теркәү, махсус һайлау иҫәптәрен асыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, 19 июлгә ҡарата һайлауҙа 15 партия ҡатнаша. Ете партия берҙәм республика округы буйынса кандидаттар исемлектәрен раҫланы. Улар — ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”, “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй өсөн альтернатива (Социаль һайлау партияһы), “Рәсәй патриоттары”, “Рәсәйҙең “Йәшелдәр” экологик партияһы”, КПРФ.


Вернуться назад