Ҡануниәттә — яңы статья20.07.2018
Башҡортостанда урындағы үҙидара тураһындағы законда “Граждандарҙың ирекле рәүештә йыйылған аҡсаһы” тигән яңы статья барлыҡҡа киләсәк. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары бишенсе саҡырылыштың йомғаҡлау ултырышында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

— Ҡайһы саҡта урындағы әһәмиәтле мәсьәләләр граждандарҙан ирекле рәүештә бер тапҡыр йыйылған аҡса иҫәбенә хәл ителә. Бындай башланғыстар ғәҙәттә ҙур булмаған биләмәләргә хас. Халыҡ берләшеп, мәҫәлән, төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итә, — тине төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев. — Тәҡдим ителгән закон проекты ошо ғәмәлде закон менән нығытыуға һәм регламентлауға йүнәлтелә.
Депутаттар граждандарҙан бер тапҡыр йыйылған түләүҙәрҙе ғәмәлгә индереү һәм файҙаланыу мәсьәләһен урындағы референдумда хәл итеү тәҡдимен индерә. Шул уҡ ваҡытта был мәсьәләнең граждандар йыйынында ҡаралыуы ла мөмкин.
Тулыһынса ҡабул ителгән осраҡта закон муниципаль берәмектәрҙең финанс-иҡтисади үҙаллылығын нығытасаҡ, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә граждандарҙың әүҙемлеген көсәйтәсәк, уларҙың муниципалитетты тотороҡло үҫтереү мәнфәғәтен арттырасаҡ.


Вернуться назад