Капиталь ремонтҡа түләү кәмене20.07.2018
Рәсәй ҡануниәтенән пенсионерҙарҙың һәм инвалидтарҙың ғаиләләренә капиталь ремонтҡа түләгәндә ташламанан тулыһынса файҙаланырға ҡамасаулаған пункт ғәмәлдән сығарыла. Дәүләт Думаһы депутаттары социаль яҡлауҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән закон ҡабул итте.
– Әле төбәктәр яңғыҙ йәшәүсе эшләмәгән өлкән йәштәге кешеләрҙең капиталь ремонтҡа иғәнәләрен компенсациялай. 70 йәше тулғандарға – 50, 80-де үткәндәргә иһә 100 процент ташлама бирелә. Әгәр өлкәндәр менән инвалидтар бергә йәшәһә, улар “Инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы законға ярашлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса льготанан файҙалана алмай. Был категорияға ике ташламаның береһен һайларға тура килә, – тине Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Сидякин.
Йәғни бер льгота икенсеһен алмаштыра, һөҙөмтәлә ошондай ғаиләләр финанс йәһәттән отола. Торлаҡ кодексына индерелгән төҙәтмә ошо ғәҙелһеҙлекте төҙәтәсәк. Әйткәндәй, проект өҫтәмә рәүештә 200 мең тирәһе кешегә ҡағыласаҡ һәм бюджеттан йыл һайын 300 миллион һум самаһы аҡса бүлеүҙе талап итәсәк.